Красноусол.  Красноусольский 

Красноусол

Красноусол ауылы, уның боронғо исеме Күгеш, Башкортостандың Гафури районда урынлашҡан. Красноусол ауылы Гафури районының административ үҙәге булып тора. Шулай уҡ унан йыраҡ түгел шул уҡ исемдәге санаторий бар.  Гафури районы  Башкортостан республикаһының уртаһында урынлашҡан. Райондың күпселеген төп халыҡ - башҡорттар тәшкил итә. Гафури районы администрацияһының башлығы итеп  райсовет тарафынан быға тиклем Стәрлетамаҡта коммунальшик булып эшләгән Бухаров Р. З. тәғәйенләнеп ҡуйылған. Красноусолда административных учреждениеләрҙән тыш бер нисә етештерү предприятиеләре бар.  Уларҙың ҙурыраҡтары: Красноусол быяла заводы һәм Гафури урман урман хужалығы (леспромхоз).  Ләкин улар хәҙерге ваҡытта ғәмәлдә тулы ҡеүтенә эшләмәйҙәр.  Районда эшһеҙлек, күптәр, айырыуса йәштәр, эш ҡыҙырып ҡырға сығып китергә мәжбүрҙәр.  Дәүләт яғынан да, урындағы түрәләр яғынанда был мәсъәләне хәл итеү буйынса бер нимә лә эшләнмәне. Красноусол ауылында, ул сағыштырмаса ҙур район үҙәге булғанға күрә, тағыла бер нисә уҡыу һәм дауалау учреждениеләре бар. Мҫәлән, район больницаһы, поликинника, билдәле башҡорт гимназияһы, тағы ла бер нисә мәктәп һәм ауыл хужалығы училищеһы. 

Сделать бесплатный сайт с uCoz